ebook img

ANTHROPONYMS OF MODERN BASHKIR LANGUAGE AND THEIR TRENDS PDF

160 Pages·0.966 MB·Russian
Save to my drive
Quick download
Download
Most books are stored in the elastic cloud where traffic is expensive. For this reason, we have a limit on daily download.

Preview ANTHROPONYMS OF MODERN BASHKIR LANGUAGE AND THEIR TRENDS

Российская академия наук Уфимский научный центр Институт истории, языка и литературы Р.Ə. СӨЛƏЙМƏНОВА ХƏҘЕРГЕ БАШҠОРТ ТЕЛЕНДƏГЕ АНТРОПОНИМДАР ҺƏМ УЛАРҘЫҢ ҮҪЕШ ТЕНДЕНЦИЯЛАРЫ «Ғилем» Өфө – 2006 УДК 801.3 ББК 91.2 Баш С89 Башҡортостан Ренспубликаһы фəндəр академияһының фундаменталь тикшеренеүҙəр фонды матди ярҙамында баҫылды Сөлəймəнова Р.Ə. Хəҙерге башҡорт телендəге антропонимдар һəм уларҙың үҫеш тенденциялары / Р. Ə. Сөлəймəнова. – Өфө: Ғилем, 2006. –161 с. ISBN 5-7501-0673-X Тəҡдим ителгəн китапта – Өфө, Салауат, Сибай һəм Ейəнсура районы башҡорттары исемлегенең хəҙерге торошо билдəлəнə, семантик төркөмдəре, структур үҙенсəлеге һəм дөрөҫ яҙылыш мəсьəлəлəре ҡарала. Монографияла тикшерелгəн мəсьəлəлəр башҡорт һəм башҡа төрки халыҡтары антропонимдарын артабан өйрəнеүгə ҙур йоғонто яһай. Ҡулланма студенттарға, уҡытыусыларға, тел ғилеме менəн ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға, шулай уҡ ЗАГС хеҙмəткəрҙəренə тəҡдим ителə. Яуаплы редактор БРФА академигы, филология фəндəре докторы, профессор З. Ғ. Ураҡсин Рецензенттары: филология фəндəре докторы, профессор Э. Ф. Ишбирҙин филология фəндəре кандидаты З.Ф. Əбүбəкирова ISBN 5-7501-0673-X 3 Баш һүҙ Телдең лексик системаһында айырым бер категория булып торған кеше исемдəрен төрлө аспектта ғилми өйрəнеү мəсьəлəһе дөйөм дөйөм тел ғилеме өсөн актуаль һанала. Ул яңы һəм мөһим йүнəлештəрҙең береһенə əйлəнде. Кеше исемдəренə бəйле мəсьəлəлəрҙе тикшереү теоретик һəм практик йəһəттəн ҙур əһəмиəткə эйə. Кеше исемдəре халыҡтың мəҙəниəте, йолалары, ғөрөф-ғəҙəттəре, менталитеты, традициялары, көнкүреше, уй-ҡараштары менəн тығыҙ бəйле. Уларҙы өйрəнеү халыҡтың тарихын, этнографияһын тикшереүселəр өсөн əһəмиəтле. Антропонимдар оҙайлы тарихи юл үткəн. Боронғо шəжəрəлəрҙə осраған ҡайһы бер исемдəр хəҙерге ваҡытта бөтөнлəй ҡулланылмай. Антропонимик лексика телдең һүҙлек составында айырым бер урын алып тора. Ул, нигеҙҙə, уртаҡлыҡ исемдəрҙəн килеп сыҡҡан, үҫкəн, камиллашҡан. Йəмғиəттəге үҙгəрештəргə, кешелəрҙең зауыҡтарына ҡарап, иҫкелəре ҡулланыштан бөтөнлəй төшөп ҡала, уларҙың урынына яңылары барлыҡҡа килə. Антропонимик лексиканың йəшəйешенə ижтимағи, психологик, биологик, физиологик факторҙар ҙа ҙур йоғонто яһай. Яңғыҙлыҡ исемдəрҙə мəғəнəүи функцияға ҡарағанда, атау функцияһы өҫтөнлөк итə. Исем кешегə аралашыу процесында мөрəжəғəт итеү, өндəшеү өсөн кəрəк. Кеше исемдəре ошо нигеҙҙə барлыҡҡа килеп, һуңынан бер кешене икенсе кешенəн айырыу өсөн хеҙмəт иткəн тамға, билдə булып киткəн. Исемдең ошо өндəшеү һəм кешелəрҙе бер-береһенəн айырыу функцияһы беренсе планда тора. Дөйөм алғанда антропонимдар тел законына бəйле, əммə шул уҡ ваҡытта эске бер законлылыҡҡа ла эйə. Хеҙмəттең нигеҙен Өфө, Салауат, Сибай ҡалалары һəм Ейəнсура районында ҡулланылған кеше исемдəре тəшкил итə. Был ҡалаларҙы һəм 4 районды һайлауҙың сəбəбе шунда: Өфө, республикабыҙҙың баш ҡалаһы булараҡ, үҙенең бай тарихы менəн, башҡорт халҡының мəҙəни һəм ғилми үҙəге булараҡ иғтибарҙы йəлеп итте. Был ҡаланың антропонимик системаһы лингвистик, шулай уҡ экстралингвистик факторҙар йоғонтоһонда, үҙенең эске закондары буйынса йəшəй һəм үҫə. Ошо үҙгəреш, үҫештəр хеҙмəттə күҙəтелде. Салауат - сағыштырмаса йəш ҡала иҫəплəнə. Уға 1948 йылда нигеҙ һалынған. Хəҙерге ваҡытта был күп миллəтле яңы ҡала. Был ҡала миҫалында башҡорттарҙың башҡа миллəт кешелəре менəн аралашыуы исемлеккə ни рəүешле тəьҫир итеүен күҙəтергə мөмкин. Ул тиҙ ҡалҡып сыҡҡан ҡала булараҡ, уның исемлеге лə Сибай һəм Ейəнсура башҡорттарының исемлегенəн бер ни тиклем айырыла. Ошо йəһəттəн Салауат ҡалаһының исемлеген тикшереү ҙə мөһим тип табылды. Сибай ҡалаһында башҡорттарҙың һан буйынса күберəк булыуы, тирə- яҡ башҡорт ауылдары кешелəре иҫəбенə үҫеүе лə уның исемлегенə йоғонто яһай. Ейəнсура районы, көньяҡтағы башҡорт райондарының береһе булараҡ, иғтибарҙы йəлеп итте. Əлбиттə, уның исемлеге өҫтə һаналып үткəн ҡала башҡорттарының исемлегенəн айырыла. Был хəл сағыштырмаса анализ яһағанда асыҡ күренде. 5 I бүлек Дөйөм һəм башҡорт тел ғилемендə яңғыҙлыҡ исемдəрҙе өйрəнеү проблемалары 1.1. Лингвистикала яңғыҙлыҡ исемдəрҙе өйрəнеү торошо Кеше исемдəре тəү ҡарашҡа ябай күренһə лə, асылда, был мəсьəлə лингвистикала теоретик һəм практик йəһəттəн ҙур бəхəстəр тыуҙыра. Улар тарихи документтарҙа туплана килһə лə, яңғыҙлыҡ исемдəрҙе ғилми йəһəттəн өйрəнеү Рəсəйҙə ХIХ быуаттың урталарында башланғыс ала. Тəүге тикшеренеүҙəрҙең этнографик характерҙа булыуы ла аңлашыла, сөнки балаға исем һайлау, уны атау процесы, халыҡтың бында ниндəйҙер мəғəнə һалыуы ғалимдарҙы башта уҡ ҡыҙыҡһындыра. Аҙағыраҡ инде исемдəрҙе ҡағыҙға теркəү, документлаштырыу уларҙың дөрөҫ яҙылышы мəсьəлəлəрен алғы планға сығара. Исем атауҙағы боронғо йолалар онотола бара, исемдəргə ҡарата яңы талаптар, яңы йолалар тыуа тора. Яңғыҙлыҡ исемдəр күп төрлө, əйтəйек, ер - һыу атамалары, илдəр, планеталар, йондоҙлоҡтар исемдəре һ.б. Кеше исемдəре иһə фəндə шуларҙың антропонимика тип аталған бер өлөшөн тəшкил итə. Ул бер үк ваҡытта тел ғилеменең тарих, география, этнография, социология фəндəренең дə өйрəнеү предметы булып тора. Кеше исемдəрен өйрəнеү төрлө халыҡтарҙа төрлө кимəлдə башҡарылған, уның үҫеше ваҡыт йəһəтенəн дə бер заманға ғына тура килмəй. Славян телдəре белгестəре был өлкəлə, һис шикһеҙ, ҙур уңыштарға ирешкəн. Поляк ғалимы С. Распонд “Славян ономастикаһының үҫеү перспективалары”1 тигəн ғилми, ҙур күлəмле мəҡəлəһендə славян ономастикаһын өс этапҡа бүлə. Беренсе этабы ХIХ быуат урталарында славян телдəре белгесе Фр. Миклошич хеҙмəттəре менəн башлана. Икенсеһе 1 Распонд С. Перспективы развития славянской ономастики // Вопросы языкознания.-1962, №4. –С. 9-19. 6 ХХ быуат баштарына ҡайтып ҡала. Өсөнсө этабына 1918 йылдан алып беҙҙең көндəргə тиклем булған дəүер инə. Һəр этапта ономастиканың үҫеше үҙенсəлекле була, һис шикһеҙ, бында һуңғы этап айырым урын алып тора. Ономастиканың теоретик проблемаларын асыҡлау, уның терминдарын билдəлəү, был йүнəлештə төрлө телдəрҙең материалын йəлеп итеү эштəре башҡарыла. Шулай уҡ поляк тел ғилеме хаҡында һөйлəгəндə, Я. Разводовский, В. Ташицкий, С. Козеровский кеүек ғалимдарҙың эшмəкəрлеге тураһында əйтеп үтергə кəрəк. Улар конкрет тел материалында ономастиканың дөйөм мəсьəлəлəрен күтəреп сығалар. Был өлкəлə урыҫ тел ғалимдарының хеҙмəттəре айырым урын алып тора. Н. М. Тупиков2, А. М. Селищев3, В. К. Чичагов4 һəм башҡалар кеше исемдəрен өйрəнеүҙең төп маҡсаттарын, проблемаларын аныҡ ҡуйып, был мəсьəлəне хəл итеү өҫтөндə эшлəйҙəр. Уларҙың хеҙмəттəрендə кеше исемдəре, фамилиялар, отчестволар комплекслы рəүештə, тарихи– этнографик планда өйрəнелə. А. Н. Мирославская5 ла төп иғтибарын урыҫ исемдəренең тарихын өйрəнеүгə йүнəлтə. А. А. Белова6 иһə Калинин өлкəһендəге Каблуково ауылы кешелəренең фамилияларын, исемдəрен, ҡушаматтарын ентеклəп тикшерə. Төрки ғалимдарында кеше исемдəрен өйрəнеүгə ХХ быуат башында нигеҙ һалына. Был эште башлыса урыҫ төркиəтселəре һəм тарихсылары В. А. Гордлевский7, А. Н. Самойлович8, В. К. Магницкийҙар башлап ебəрə. Уларҙың хеҙмəттəрендə исем биреү туранан - тура йолалар менəн бəйлəп ҡаралған. Был йəһəттəн В. К. Магницкийҙың “Сыуаштарҙың мəжүси 2 Тупиков Н. М. Словарь древнерусских собственных имен. – М., 1903. –106 с. 3 Селищев А. М. Происхождение русских фамилий, личных имен и прозвищ. // Уч. зап. МГУ им. Ломоносова. – М., 1959 – С. 128-130. 4 Чичагов А. М. Из истории русских имен, отчеств и фамилий. – М., 1959. –С.11-13. 5 Мирославская А. Н. К истории развития русских имен // Уч. зап. Калининского пединститута, 1959. – С. 27-34. 6 Белова А. А. К вопросу о личных именах, прозвищах и фамилиях села Каблуково Калининской области. // Уч. зап. Калининского пединститута, 1963. – С.41-44. 7 Гордлевский В. А. Рождение ребенка и его воспитание у османских турков // Этнографическое обозрение. 1910. – С.167-170. 8 Самойлович А. Н. К вопросу о наречении имен у турецких племен. // Живая старина , 1911,2 выпуск. – С. 297-300. 7 исемдəре”9 тип аталған мəҡəлəһе айырым урын алып тора. Нигеҙҙə тарихи материалдарға, халыҡ иҫəбен алған мəғлүмəттəргə таянған был хеҙмəт, сыуаш исемдəре тип аталһа ла, унда дөйөм төрки халҡына ҡағылышлы материалдар ҙа күп урын алған. Был күренеш борон замандарҙа төрки халыҡтарының кеше исемдəре, башлыса, бер нигеҙҙəн сыҡҡан, тигəн һығымтаға килтерə. Был ғалимдарҙың хеҙмəттəренəн һуң байтаҡ ваҡытҡа төрки халыҡтарының кеше исемдəрен өйрəнеү һүлпəнəйеп тора. Үткəн быуаттың 50-60-сы йылдарында ғына был өлкəлəге тикшеренеүҙəр көсəйеп китə һəм тиҙ арала төрлө телдəрҙə мөһим эштəр башҡарыла. Был йəһəттəн венгр ғалимдары ҙур əүҙемлек күрһəтə. Д. Неметтың10 этнонимия, Л. Рашониҙың антропонимика буйынса мөһим тикшеренеүҙəре донъя күрə. Л. Рашони11 төрки халыҡтарының кеше исемдəрен тарихи сығанаҡтар буйынса тикшерə. Октябрь революцияһына тиклем һəм унан һуң был өлкəлə тикшеренеүҙəр алып барған урыҫ ғалимдары Н. Ф. Катанов12, В. В. Бартольд13 һəм башҡалар үҙҙəренең тарихи – этнографик хеҙмəттəрендə кеше исемдəренə иғтибар итəлəр. Айырым төрки халыҡтарының яңғыҙлыҡ исемдəрен киң планда өйрəнеү үткəн быуаттың 60-сы йылдарына тура килə. Был өлкəлə ҡаҙаҡ антропонимикаһы буйынса Т. Х. Жанузаков14, Г. Айдаров15, үзбəк тел ғилемендə О. Насыров16, татар телселəре Ғ. Ф .Саттаров, Р. Х. Субаева кеүек ғалимдар тарафынан төплө тикшеренеүҙəр алып барыла. Уларҙың күлəмле монографиялары, мəҡəлəлəре яҙыла. 9 Магницкий В. К. Чувашские языческие имена. – Казань, 1905. – С.15-20. 10 Немет Д. Руниобразные надписи из nady szent – Miklos и руниобразные шрифты Восточной Европы. – Будапешт, 1971. – 45с. 11 Рашони Л. Личные имена повелительной формы в тюркских языках. – Будапешт, 1962. – 243 с. 12 Катанов Н.Ф. Опыт исследования урянхайского языка с указанием главнейших родственных отношений его к другим языкам тюркского корня. – Казань,1903. – 589с. 13 Бартольд В.В. Работы по истории и филологии тюркских и монгольских народов – М., 1968. – 757с. 14 Жанузаков Т.Х. Тайны имен – Алма-Ата, 1974. – 157с. 15 Айдаров Г. Язык орхонских памятников древнетюркской письменности YII века–Алма-Ата, 1971.–380с. 16 Насыров О. Некоторые размышления об именах людей в узбекском языке // Научные труды Каршинского пединститута – Карши-Ташкент, 1965. – С. 193-195. 8 Төрки телдəр антропонимикаһына һəм дөйөм ономастикаға Н. А. Баскаков ҙур өлөш индерə, ул урыҫ дворяндарының “Гербовая книга” тип аталған сығанағын ентеклəп тикшереп, уларҙың бик күбеһенең төрки сығанаҡлы икəнен билдəлəй.17. Мəҫəлəн: Аксаков, Кутузов, Менделеев, Ушаков, Баскаков һ.б. Үткəн быуаттың етмешенсе йылдары урыҫ ономастикаһын ғына түгел, СССР халыҡтарының был өлкəһен үҫтереүҙə айырым урын алып тора. Төрлө региондарҙа (Волга буйы, Төньяҡ Кавказ, Урта Азия) кеше исемдəре буйынса бер нисə төрлө өлкəгə ҡараған ғалимдар тарафынан ЗАГС хеҙмəткəрҙəре ҡатнашҡан Бөтə союз конференциялары ойошторола, был материалдар йыйынтыҡ булып баҫылып сыға. Бында билдəле ономаст, этнограф В. А. Никоновтың исемен телгə алырға кəрəк (уның хеҙмəттəре тураһында түбəндəрəк əйтелер). Шулай уҡ был өлкəлə В. Д. Бондалетов, А. В. Суперанская һəм башҡалар бик күп эш башҡара. А. В. Суперанскаяның “Структура имени собственного”18 тигəн мəҡəлəһендə фонологик һəм морфологик аспекттарға ҡағылышлы булған мəсьəлəлəрҙе тикшереү менəн бер рəттəн, төрки сығанаҡлы антропонимдарҙы ла анализлай. Билдəле этнограф һəм ономастика белгесе В. А. Никоновтың хеҙмəттəрендə хəҙерге ономастиканың бик мөһим теоретик һəм актуаль практик мəсьəлəлəре ҡарала һəм хəл ителə. Ул төрлө төбəктəрҙə ономастик конференциялар үткəреүҙең инициаторы булараҡ та билдəле. Был конференциялар “Волга буйы ономастикаһы” исеме аҫтында, ономастиканың төрлө бүлектəрен ҡарау маҡсатында эшлəнə. Өфө ҡалаһында үткəрелгəне “Ономастика Поволжья,3” булып баҫылып сыға.19 В. А. Никонов20 ЗАГС материалдарына таянып кеше исемдəрен туплау һəм дөйөмлəштереү методикаһын эшлəп күрһəтə, күплəп тупланған материалдың ҡулланылыш йышлығын, индексын билдəлəү, һанын сығарыу 17 Баскаков Н. А. Русские фамилии тюркского происхождения. – М., 1979. – 280 с. 18 Суперанская А.В. Структура имени собственного // Фонология и морфология. – М., 1969. – С. 207. 19 Ономастика Поволжья,3. –Уфа, 1973.-431с. 20 Никонов В. А. Личные имена у тюркских народов. // Имя и общество. – М., 1974.-С.25-29. 9 ысулын башҡара һəм ошо хаҡта бер нисə мəҡəлə һəм китап яҙа. Үҙенең тикшеренеүҙəренə ул төрки халыҡтарының кеше исемдəрен дə йəлеп итə. Башҡорттарҙа балаға исем атау йолалары тураһында тəүге мəғлүмəттəр этнография белгесе Д. П. Никольскийҙың хеҙмəтендə бирелə.21 Бер ни тиклем антропонимик материал һəм кеше исемдəрен яһаусы компоненттар боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларын өйрəнеүсе мəшһүр төркиəтсе Е. С. Маловтың22 хеҙмəттəрендə күрһəтелə. Ул кеше исемдəрен боронғо социаль титулдарға бəйлəп аңлата. Башҡорт һəм татар телдəрендə яңғыҙлыҡ исемдəрҙе лингвистик яҡтан өйрəнеү 60-сы йылдарға ҡайтып ҡала. Г. В. Йосопов кеше исемдəре буйынса бик бай материал бирə. Уларҙы ике категорияға бүлеп күрһəтə: 1) боронғо болғар ( мəҫəлəн, ир – егет – Тотай, Болҡос, Инуҡ, Бураш, Тимрадж, Албəк һ.б., ҡатын – ҡыҙ исемдəре – Алкис, Ай-Бикə һ.б.) 2) ғəрəп ( мосолман ) ( Абу – Бəкр, Али – Əхмəт, Муса, Фатима, Захира һ.б.). Шулай уҡ автор үҙенең был китабында боронғо болғарҙарҙың исем ҡушыуҙағы ҡайһы бер традициялары тураһында ла һүҙ йөрөтə. “Бала үлмəһен өсөн ҡушылған мəжүсилек йолаларына бəйле исемдəр: Туҡтар, Һатылмыш, Биктимер һ.б.” 23 Болғарҙарға хас булған ҡушма исемдəр тураһында ла əйтеп үтелə: Али – Ходжи, Арс – Сирадж, Татар – Балтук һ.б. Борон татарҙар араһында исем ҡушыу күпселек осраҡта мулла тарафынан мосолман исемдəре генə ҡушылһа ла халыҡ араһында уларҙы үҙгəртеп əйтеү ғəҙəте булыуы хаҡында ғалим бик дөрөҫ билдəлəй. Мəҫəлəн: Абдулла – Апуш, Зəйнулла – Зəйнүш, Шəһиҙулла – Шəйҙүк. Г. В. Йосопов этнографтар араһында беренселəрҙəн булып үҙенең хеҙмəттəрендə болғар һəм татар антропонимдарын һəм топонимдарын сағыштырып анализлай. Быны ул болғарҙар һəм ҡазан татарҙары араһындағы этник бəйлəнеште асыҡлау маҡсатында эшлəй. Шулай уҡ ул үҙенең 21 Никольский Д. П. Башкиры. Этнографические и санитарно - антропологическое исследование.- СПб.,1899.-377с. 22 Малов Е. С. Памятники древнетюркской письменности. – М.-Л., 1951. –396 с. 23 Юсупов Г. В. Введение в булгаро – татарскую эпиграфику –М., 1960. – С.56. 10 монографияһында болғар–татар исемдəренең тарихына һəм фонетик – лексик анализға ҙур урын бирə. Татар телсеһе Ғ. Ф. Саттаров кеше исемдəренə ҡарата күлəмле мəҡəлəлəр һəм айырым китап баҫтырып сығара. Был мəҡəлəлəрендə тикшеренеүсе исемдəрҙе яһалышына ҡарап өс төргə бүлə: борондан килгəн (традицион) исемдəр, үҙ грамматик фонды ерлегендə яһалған һəм ситтəн ингəн исемдəр24. Ғ. Ф. Саттаров үҙенең “Татарстан АССР-ның антропо-топонимдары”25 тип исемлəнгəн хеҙмəтен бай ономастик материалға таянып, антропонимдарҙы тарихи-лингвистик планда тикшереүгə бағышлай. Китаптың нигеҙен Ҡазан дəүлəт университетының татар теле кафедраһы ойошторған экспедициялар тарафынан йыйылған фактик материал тəшкил итə. Был хеҙмəттə татар теленең антропонимик системаһы, кеше исемдəренə, ҡушаматтарына һəм фамилияларына хас булған лингвистик үҙенсəлектəр асыҡлана. Татар антропонимиконы тураһында һөйлəгəндə, Р. Х. Субаеваның был өлкəлəге эшмəкəрлеге хаҡында ла əйтеп үтергə кəрəк. И. В. Большаков менəн берлектə сығарылған “Справочник татарских личных имен”26 тигəн һүҙлеге “РСФСР халҡының шəхси исемдəре һүҙлеге”нəн һиҙелерлек айырылып тороуы тураһында əйтелə. Был һүҙлектə татар исемдəренəн яһалған атаһы исеменең яҙылышы ентеклəп тикшерелə, Татарстан республикаһы ЗАГС органдарында йыйылған антропонимик мəғлүмəттəр индерелə. Йөҙ биттəн торған был һүҙлектə ир-егет һəм ҡатын-ҡыҙ исемдəре алфавит тəртибендə ике телдə бирелə. Хеҙмəттең төп өйрəнеү предметы булып хəҙерге башҡорт телендəге антропонимдар тора. Əйтергə кəрəк, лингвистар тарафынан башҡорт антропонимиконын өйрəнеүгə ҙур иғтибар бүленə. 24 Саттаров Г.Ф. Татар телендə кеше исемнəре һəм аларны дөрес куллану. // Совет мəктəбе, 1961, № 10. – 19- 21-се биттəр 25 Саттаров Ғ.Ф. Татарстан АССР-ның антропо-топонимдары. -К., 1973. - 297 бит 26 Большаков И.В., Субаева Р.Х. Справочник татарских личных имен. - К., 1973. - 100 с. 11

See more

The list of books you might like

Most books are stored in the elastic cloud where traffic is expensive. For this reason, we have a limit on daily download.