ebook img

Башҡорт теле. 9 том. Стилистика PDF

485 Pages·2.85 MB·Bashkir
Save to my drive
Quick download
Download
Most books are stored in the elastic cloud where traffic is expensive. For this reason, we have a limit on daily download.

Preview Башҡорт теле. 9 том. Стилистика

Г.Г.Саитбатталов Башкирский язык 9 том Стилистика Уфа “Китап” 2010 1 Ғ.Ғ.Сəйетбатталов Башҡорт теле 9 том Стилистика Өфө “Китап” 2010 2 Əнғəм Атнабаев стиленең ҡайһы бер үҙенсəлектəре Əнғəм Атнабаев уҙған егерменсе быуаттың илленсе йылдарында яҙа башлағайны. Шағир башҡорт əҙəби телен һəйбəт белə ине, шулай ҙа ул күбеһенсə татарса ижад итте. Драматург тиҫтəнəн ашыу пьесалар яҙҙы. Яҙыусы художестволы ижад процесында əсə теленең төп һүҙлек фондын да, һүҙлек составын да, телдең тасуирлау-һүрəтлəү сараларын да оҫта ҡулланды. Авторҙың əҫəрҙəрен түбəндəге лексик берəмектəр биҙəп тора: 1. Синоним бəйлəүестəр. Мəҫəлəн: Ҡайҙалыр ҡанлы һуғыш та бармаған шикелле, бөтə донъя шат йырлай кеүек (“Туҙҙырылған оялар”). 2. Антонимдар. Миҫалдар: Изгелек менəн яуызлыҡ Һуғыша ғүмер баҡый, Шуға күрə йылдарҙа ла Аҡ менəн ҡара балҡый. (“Йылдар төҫө”) Бына шундай ҙур тарихлы Кескəй тальян гармун ул, Мине һəлəкəттəн һаҡлап Яраланған гармун ул. (“Яралы гармун”) Йəнə əҙип башҡорт теленең һүҙ төркөмдəрен үҙенең ижад маҡсатына ярашлы рəүештə файҙаланған. Яҙыусының əҫəрҙəрендə түбəндəге һүҙ төркөмдəре урын алған: 1. Исемлəшкəн ҡылым. Мəҫəлəн: Был донъянана аласағым ҡалһын, Бирəсəгем бер үк ҡалмаһын! (“Уйланыу”) 2. Һөҙөмтə теркəүесе. Мəҫəлəн: 3 Ғүмер буйы ҡалһаҡ ине Тормошта көслө булып, Хатта маңлайға яҙылған Яҙмыштан өҫтөн булып. (“Булды инде”) Ябай һөйлəм синтаксисы Бер составлы һөйлəмдəр. Билдəле эйəле (субъектлы) һөйлəм. Мəҫəлəн: Онотмайыҡ йəйге селлəлəрҙə Ең һыҙғанып кемдəр иккəнен, Онотмайыҡ бəрəкəтле ерҙең – Ҡара ерҙең ҡара икмəген! (“Ҡара икмəк”) Билдəһеҙ эйəле (субъектлы) һөйлəм. Мəҫəлəн: Ҡара икмəк ҙур мəсьəлə булған: Йөҙ грамлап уны бүлгəндəр, Ҡош телендəй шул грамдар өсөн Һуғышҡандар, хатта үлгəндəр. (“Ҡара икмəк”) Инеш һүҙ. Мəҫəлəн: Күмгəн саҡта ҡыҙыл мендəр менəн Берəй матур ғына ҡыҙ-фəлəн Тотоп барыр өсөн орден түгел, Һыңар миҙал да юҡ, исмаһам! (“Исмаһам”) Теркəүесһеҙ теҙмə ҡушма һөйлəм. Мəҫəлəн: Ауған саҡта һиңə мираҫ итеп Биреп ҡалдырырлыҡ мөлкəт юҡ: 4 Алтын-көмөш тулы келəт юҡ, Йорт-ерҙəре менəн баҡсам юҡ, Һаҡлыҡ кассаһында аҡсам юҡ. (“Мираҫ”) Эйəртеүле ҡушма һөйлəмдəр. Хəҙерге башҡорт əҙəби телендə ун дүрт төрлө эйəрсəн һөйлəм бар. Əнғəм Атнабаев шуларҙың өс кенə төрөн ҡулланған. 1. Аналитик-синтетик ваҡыт һөйлəмле эйəртеүле ҡушма синтаксик конструкция. Мəҫəлəн: Һуңғы йылдарҙа, Йөгəмəш нефть ятҡылығы асылғандан алып, беҙҙең Иҫке Күрҙемдең яңы тарихы башланды (“Хужалар тураһында уйланыуҙар”). 2. Синтетик сəбəп һөйлəмле эйəртеүле ҡушма һөйлəмдəр. Миҫалдар: Ошондай матур кистəрҙə йөрəк серҙəреңде һөйлəргə кешең дə булмағас, был яҡты донъяларҙа йəшəүҙең ни ҡыҙығы! (“Игеҙəктəр”). Бөтəһе лə шулай китеп торғас, берəй ваҡыт ауылда бөтөрмө икəн? (“Балаҡайҙарым”). 3. Аналитик рəүеш һөйлəмле эйəртеүле ҡушма синтаксик конструкциялар. Миҫалдар: Ауыл Советы территорияһында саф колхозсы ғаилəһен табып булмаған кеүек, саф нефтяник ғаилəһе лə юҡ тиерлек (“Хужалар тураһында уйланыуҙар”). Көттөргəндəр сабыр булған кеүек, Көткəндəр ҙə булды түҙемле. (“Сəскə ҡойолған”) Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар. Мəғлүм булыуынса, хəҙерге башҡорт əҙəби телендə биш төрлө ҡатмарлы синтаксик конструкция бар. Əнғəм Атнабаев шуларҙың бер генə төрөн файҙаланған. Бына ул: Уйындарҙа, һыйҙарҙа, Йыйындарҙа, туйҙарҙа Түргə менде урын да; Урын түргə менгəн һайын, 5 Күтəрелде морон да. (“Яралы гармун”) Ағай мыйыҡ бороп торһон, Апай йүгереп торһон; Беҙ армиянан ҡайтҡансы, Ҡыҙы өлгөрөп торһон! (“Яралы гармун”) Дөйөмлəштереп əйткəндə, Башҡортостан халыҡ шағиры Əнғəм Атнабаевтың əҫəрҙəре башҡорт əҙəбиəтен үҫтереүҙə ҙур роль уйнай. Сығанаҡтар Əнғəм Атнабаев. Һайланма əҫəрҙəр. 1 том. Өфө, 1988. 344 бит. Əнғəм Атнабаев. Һайланма əҫəрҙəр. 2 том. Өфө, 1988. 413 бит. Əнғəм Атнабаев. Жиз кыңғырау моңнары. Уфа, 1998. 320 бит. Рəсих Ханнанов стиленең ҡайһы бер үҙенсəлектəре Рəсих Ханнанов егерменсе быуаттың илленсе йылдарында əҙəбиəткə килгəйне. Ул проза, поэзия, драма əҫəрҙəре лə ижад итə. Яҙыусы татарса ла, башҡортса ла яҙа белə. Əҙип художестволы ижад процесында əсə теленең төп һүҙлек фондын да, һүҙлек составын да, телдең тасуирлау-һүрəтлəү сараларын да оҫта ҡуллана. Бынан тыш, автор башҡорт теленең морфологик берəмектəрен үҙенең ижад маҡсатына ярашлы рəүештə файҙалана. Уның əҫəрҙəрендə түбəндəге һүҙ төркөмдəре бар: 1. Яңғыҙлыҡ исемдəр. Мəҫəлəн: Сəлимəһе лə күҙ ҡыҫа, Ғəлимə лə һүҙ ҡуша; Күрше ҡыҙы Нəғимə лə Шаяртырға тырыша. 6 (“Үпкəлəһə үпкəлəһен”) 2. Исемлəшкəн һандар. Мəҫəлəн: Ҡарсыҡтарҙың берəүҙəре халатҡа һоҡланды, икенселəре эстəн генə көнлəште (“Донъя был”). Ябай һөйлəм синтаксисы Рəсих Ханнановтың һүҙ оҫтаһы булыуы һəм фекерлəү һəлəте синтаксиста асыҡ күренə. Яҙыусының əҫəрҙəрен түбəндəге баш киҫəкле һəм эйəрсəн киҫəкле һөйлəмдəр биҙəп тора: 1. Ҡушма эйəле синтаксик конструкция. Мəҫəлəн: Ҡағыҙ ҡоло булып йəшəгəн саҡтар тарих сүплегендə ҡалды, ҡустым (“Яңылыҡ тойғоһо”). 2. Тиң хəбəрле һөйлəм. Мəҫəлəн: Кеше күберəк үткəндəр менəн яныусан, бөгөнгөгə шуны сағыштырып ҡараусан (“Йəшен уты”). 3. Тиң тултырыусылы синтаксик конструкция. Мəҫəлəн: Алдарына гөлдəр булып һибелергə əҙер торғанын, күкрəгенə һыйындырып бер наҙлауҙы хыял итеп йөрөгəнен, төндəрен йоҡламайынса янып-ярһып сыҡҡандарын да онотто Ихсан (“Йəшен уты”). 4. Маҡсат хəлле һөйлəм. Мəҫəлəн: Ҡатындар үҙҙəренең гонаһтарын йəшереү өсөн алдан атакаға күсəлəр (“Əллə яҙмыш, əллə ҡарғыш”). 5. Шарт хəлле синтаксик конструкция. Мəҫəлəн: Һандуғаслы урмандарға илткəн Серле һуҡмаҡтарҙы белмəһəм, Һөйгəнемə бүлəк итер өсөн Сəскəлəрҙəн таждар үрмəһəм, Һағынмаҫ та инем тыуған яҡты, Һағынмаҫ та инем шул саҡты. (“Һағынмаҫ та инем”) 6. Тиң шарт хəлле һөйлəм. Мəҫəлəн: Йөрəгемə һүнмəҫ ялҡын һалған 7 Шишмəлəрҙең һыуын эсмəһəм, Баҫыуҙарҙа алтын башаҡтарға Күңелем менəн ҡушылып үҫмəһəм, Һағынмаҫ та инем тыуған яҡты, Һағынмаҫ та инем шул саҡлы. (“Һағынмаҫ та инем”) Парцелляция. Мəҫəлəн: Тимəк, тиҙҙəн алмағастар ҙа сəскə атыр. Ғатаулланың алмағастары (“Донъя был”) Ҡатмарлаштырылған синтаксик конструкция. Мəҫəлəн: Кондуктор, төнəүгə менгəн тауыҡ кеүек, үҙ ултырғысына ултырып алды ла, сумкаһын итəгенə ҡуйып, аҡса һанарға тотондо (“Культуралы булығыҙ!”). Бер составлы һөйлəмдəр. Билдəле эйəле (субъектлы) һөйлəмдəр. Миҫалдар: Ҡулдарым менəн ҡайырып Урталайға күкте асам, Ваҡыт менəн киңлектең тап Алдарына барып баҫам. (“Робағиҙар – төрлө уйҙар”) Һарғайышҡан хаттарыңды ҡулға алам, Башым эйеп, ауыр уйҙарыма талам. (“Робағиҙар – төрлө уйҙар”) Теркəүесһеҙ теҙмə ҡушма һөйлəмдəр. Рəсих Ханнанов уларҙың бер нисə төрөн ҡулланған. 1. Бер составлы һөйлəмдəрҙəн төҙөлгəн теркəүесһеҙ теҙмə ҡушма синтаксик конструкция. Мəҫəлəн: Ҡош телендəй пенсия менəн нимə эшлəйһең, уныһын да ваҡытында бирмəйҙəр (“Донъя был”). 2. Эйəһеҙ һөйлəмдəрҙəн торған теркəүесһеҙ теҙмə ҡушма һөйлəм. Мəҫəлəн: 8 Йылғаны бер ерҙə ике ҡат кисеп булмай, Бер үк һутты ике тапҡыр эсеп булмай. (“Робағиҙар”) 3. Ике составлы һөйлəмдəрҙəн торған теркəүесһеҙ теҙмə ҡушма синтаксик конструкциялар. Миҫалдар: Йөрəк һүҙе əйтеү өсөн тел кəрəкмəй, Һөйгəнеңə бер һөйкөмлө ҡараш етə. (“Робағиҙар”) Ҡояш та икенсе төрлө көлдө, йондоҙҙар ҙа икенсе төрлө янды (“Йəшен уты”). Эйəртеүле ҡушма һөйлəмдəр. Хəҙерге башҡорт əҙəби телендə ун дүрт төрлө эйəрсəн һөйлəм бар. Рəсих Ханнанов шуларҙың һигеҙ төрөн ҡулланған. 1. Постпозитив эйə һөйлəмле эйəртеүле ҡушма синтаксик конструкция. Мəҫəлəн: Шул асыҡланды: уҙған йылдарҙа күршелəр бер шытымлы орлоҡ сəскəн ("Йəшен уты“). 2. Аналитик аныҡлаусы һөйлəмле эйəртеүле ҡушма һөйлəм. Мəҫəлəн: Беҙҙə шундай ғəҙəт бар: ҡыҙ егеттең өйөнə килеп йөрөмəй (“Əллə яҙмыш, əллə ҡарғыш”). 3. Синтетик ваҡыт һөйлəмле эйəртеүле ҡушма синтаксик конструкция. Мəҫəлəн: Беҙҙең заманда балалар, ата-əсəлəре олоғайғас, йə урамға ҡыуып сығаралар, йə йəтимдəр йортона алып барып олаҡтыралар (“Əллə яҙмыш, əллə ҡарғыш”). 4. Синтетик сəбəп һөйлəмле эйəртеүле ҡушма һөйлəмдəр. Миҫалдар: Көтмəгəндə өҫтəлгə бер сирек ҡымыҙ килеп ултырғас, Ихсан ҡысҡырып көлөп ебəрə яҙҙы (“Йəшен уты”). Ауыл ерендə ҡар күп ятҡанлыҡтан, яҙ үҙенекен итə алмай əле (“Донъя был”). 9 5. Аналитик сəбəп һөйлəмле эйəртеүле ҡушма синтаксик конструкция. Мəҫəлəн: Йылдар үткəн һайын, хистəр, ҡустым, нескəрə генə бара ул (“Йəшен уты”). 6. Һөҙөмтə һөйлəмле эйəртеүле ҡушма һөйлəм. Мəҫəлəн: Гөлбикə инəй төргəкте шул тиклем ныҡ ҡыҫып тотто, əйтерһең дə, кемдер ҡулынан тартып алырға телəй (“Донъя был”). 7. Синтетик сағыштырыу һөйлəмле эйəртеүле ҡушма синтаксик конструкция. Мəҫəлəн: Ҡояш һымаҡ, əсəй берəү булһа, Һин дə беҙгə шулай ҡəҙерле. (“Атайыма йыр”) 8. Постпозитив шарт һөйлəмле эйəртеүле ҡушма һөйлəм. Мəҫəлəн: Тормош юлдарынан атлау еңел, Бергə ҡушһаң йөрəк тибешен. (“Саҡырмаһын мине Ай ҡыҙы”) 9. Синтетик кире һөйлəмле эйəртеүле ҡушма синтаксик конструкциялар. Миҫалдар: Йəштəр еңел кейемгə күсһəлəр ҙə, ололар тундарынан, быймаларынан айырылырға телəмəй (“Донъя был”). Бер үк ерҙə тыуып үҫһəк тə беҙ, Бер үк түгел беҙҙең яҙмыштар. (“Яҙмыштар”) Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар. Хəҙерге башҡорт əҙəби телендə биш төрлө ҡатмарлы синтаксик конструкция бар. Рəсих Ханнанов шуларҙың ике төрөн файҙаланған. 1. Асыҡ структуралы күп эйəрсəнле ҡушма һөйлəмдəр. Миҫалдар: Булды саҡтар: ас йөрөнөк – урлашманыҡ, Яланғастан яфа сиктек – юл баҫманыҡ. (“Робағиҙар”) 10

See more

The list of books you might like

Most books are stored in the elastic cloud where traffic is expensive. For this reason, we have a limit on daily download.